«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фатирың “хрущевка”ламы? Хәҙер бүтән төрлө атала, имеш



05.03.2019 Фатирың “хрущевка”ламы? Хәҙер бүтән төрлө атала, имеш

Бәлки, ысын да түгелдер, әммә виртуаль донъя яңылыҡтарында шундай ғауғалы хәбәр таралды. “Роскосмос”тың бер бүлек мөдире Станислав Жарков “хрущевка”ларҙы “скотобаза” тигән.

Социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, иҫке йорттарҙа йәшәүселәр яңы биналарҙы боҙасаҡ. Һүҙ Мәскәүҙәге реновация темаһынан башланған. Йәнәһе лә, “хрущевка”нан яңы йортҡа күсеүселәр уны бер-ике йылда уҡ йәмһеҙләп бөтәсәк. Кешеләр быға үҙ фекерен белдерә башлаған икән, чиновник һүгенеп тә ебәргән.

«Что, подгорело? Ты какая категория скотобазы из хрущевки: бухаешь, колешься, бросаешь мусор в подъезде, орешь по ночам или все сразу?», — тип яҙған Жарков Фейсбукта.

Һуңғы йылдарҙа, Рәсәй тик алға бара, санкцияларҙан ҡурҡмай, фәлән-төгән, тибеҙ. Ә бәғзе бер түрәләр ҡайҙа бара икән? Ябай халыҡты аңламағандар өсөн ике арала тәржемәсе кәрәкмәйме? Йә ауыҙҙарын ябыр өсөн махсус дәрестәр? Илдә “хрущевка”ларҙа ғына түгел, ә ятаҡтарҙа ла кеше лыҡа тулы. Бөтәһе лә “элитный”ҙа йәшәй алмай шул. Ил әлегә ундай кимәлгә етмәгән...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға