«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тештәремде ағартырға барғайным...



04.03.2019 Тештәремде ағартырға барғайным...

Табиптар әйтеүенсә, баҡһаң, байтаҡ ҡына медицина процедураларының кире тәьҫире бар. Кемгә ярамай, кемдә аллергия, тигәндәй. Бик һаҡ булырға кәрәк.

Бына бер модалы нәмә – тештәрҙе ағартыу. Ул пломба булғанда, клаустрофобия менән яфаланғандарға, артыҡ хислеләргә ярамай. Бала көткән ҡатындар ҙа тештәрен белгестән ағарттырмай ғына йөрөп торһон.

Байыраҡтар салонға барып, йөҙҙәренә пилинг яһата. Пилинг ул, ябай итеп әйткәндә, тиренең өҫкө ҡатламын ҡырып “төшөрөү”, йәнәһе, шулай тәрән итеп таҙартаһың инде. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән йонсоусылар был турала уйламаһын да. Йәғни, битен һәйбәт сифатлы һыу менән генә йыуып йөрөһөн, пилинг – зарарлы.

Тағы ла бер процедураны табиптар иғтибарға алырға тәҡдим итә – күҙҙәргә лазер коррекцияһы яһатыу. Был операциянан алда былай ҙа медицина тикшереүе үтәһең ул. Шулай ҙа был төр коррекция һаулыҡ өсөн хәүефле.

Медицина үҙенсәлекле нәмә ул. Һәр бер дарыу ҡабында оҙон итеп яҙылған инструкция була, уҡый башлаһаң, кире йоғонтоһо булып ҡуймаһың, әй, былай ғына шәбәйермен әле, тип ташлағы килә хатта. Һәр халыҡ дауаһының да кемгәлер ярамауы бар. Сәләмәт булығыҙ! Әйткәндәй, тештәрҙе нисек һаҡларға лутсы берәй оло кешенән һорағыҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға