07.03.2019 Бына, ҡәҙерлем, һиңә минән 8 мартҡа бүләк!
Киреләм дә, һуҙылам мин,
Ята бирәм иркәләп.
Нимә ҡарап тормаҡ кәрәк
Байрам көнө иртәләп.
Хәҙер генә ирем торор
Һигеҙенсе март бөгөн.
Ҡулдарымдан тартып алыр
Тормоштоң ауыр "йөгөн".
Бына - бына танауымды
Ҡытыҡлар бәлеш еҫе.
Сәскә тотоп минең янға
Етер килеп тә үҙе.
Һауып ҡуйыр һыйырҙы ла
Мине тышҡа сығармаҫ.
Күҙем асып тороуыма
Үпәс итер, сыҙамаҫ.
— Байрам менән матурым, тип
Ҡосоп алыр иркәләп.
— Бүләгең һуң ҡайҙа?, тиеп
Алырмын да үпкәләп,
Ҡосаҡ - ҡосаҡ сәскә бирһә
Иреп кенә китермен.
Яуап итеп мин дә уны
Берҙе үпәс итермен...
Көтөп ятам, төш тә еткән
Сыҡмай бәлеш еҫтәре.
Сәскә лә юҡ, үҙе лә юҡ,
Күренмәй ҙә эҙҙәре.
Тышҡа сыҡһам, ғауға ҡупҡан
Әллә ниндәй тауыштар!
Һыйыр менән быҙау даулай,
Ем таптыра тауыҡтар...
Эшем бөтөп өйгә инһәм
Ирем инде артымдан.
— Ҡайҙа йөрөп килдең?, тиеп
Һөйөп алды арҡамдан.
— Байрам менән һөйөклөм, ти,
Өҫтәл әҙер түгелме?
— Кемдеке һуң байрам, тиеп,
Күҙ йәштәрем түгелде...
Хыялдарға бирелмәйек,
Ятмайыҡ та иркәләп.
Байрам итә бөгөн ирҙәр
Торайыҡ беҙ иртәрәк...