26.01.2011 ГАИ-ла тик офицерҙар хеҙмәт итәсәк
Техосмотр функцияһы элеккесә ЮХХДИ идаралығы иңендә ҡала. Был турала Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов белдерҙе. Хәтерегеҙҙә булһа, Эске эштәр министрлығын реформалау барышында инспекциянан был бурысты алып шәхси структураға биреү тураһында һүҙ булғайны. Әммә Башҡортостан Президенты был ниәтте кисектереп торорға ҡарар итте. Һәр хәлдә транспорт сараларына техник тикшереү үткәреүгә элеккесә милиция яуаплы буласаҡ. Йәғни, автоинспекция әлеге бурысты үтәүҙе дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта был өлкәлә лә Эске эштәр министрлығының башҡа подразделениеларындағы кеүек үк ҡыҫҡартыуҙар буласаҡ. Былтыр ғына автоинспекцияла эшләүселәр һаны 396 кешегә кәмеһә, быйыл йәнә 300 хеҙмәткәр ҡыҫҡартыласаҡ. Шулай уҡ улар араһында бер генә сержант та булмаясаҡ. ГАИ-ла тик офицерҙар ғына хеѓмњт итәсәк. Бөгөн гаишниктар араһында биш тиҫтәгә яҡын сержант, старшина һәм прапорщик иҫәпләнә. Алдағы ике айҙа составта аттестация үткәрелеп, хеҙмәткәрҙәргә офицер исеме биреләсәк. Һынауҙы уә алмағандар менән хушлашырға тура киләсәк. Етәкселек әлеге реформа ведомствоның абруйын күтәрер, хеҙмәткәрҙәрҙең социаль проблемаларын хәл итеүҙе яҡшыртыр тип өмөтләнә. Һис юғында 2012 йылда ЮХХДИ-ла эшләүселәрҙең минималь эш хаҡы 33 мең булыр тип күҙаллана. Был, әлбиттә, талаптарҙы ла арттыра. Автоинспектор дөрөҫ һәм матур итеп һөйләшергә, ыҫпай булырға һәм һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булырға тейеш. Шулай уҡ гаишниктарға ярҙамға техника ла бүленәсәк. Исемлеккә видеотеркәгестәр, алкотестар, радарҙар, тәҙрәләрҙең үтә күреүсәнлеген үлсәү приборҙары һәм башҡалар инә. Әйткәндәй, автоинспекцияла эшләүселәр техник прогесс мөмкинлектәрҙе иң әүҙем файҙаланған хеҙмәт булараҡ енәйәттәрҙе асыуға ҙур өлөш индерә. Былтыр ғына улар тарафынан өс меңгә яҡын енәйәт асылған. Шул уҡ ваҡытта республикала юғалған 98 машина табылмаған, юл-транспорт фажиғәһе урынынан ҡасҡан 10 водитель эҙәрлекләнә. Әммә ГАИ хеҙмәткәре ғәйеплеләрҙее табып, яуапҡа тарттырыу өсөн бар көсөн һала. Ә юлдарҙа автотранспорт артыуын дауам итә. Былтыр ғына Башҡортостанда транспорт һаны һигеҙ процентҡа артҡан. Һөҙөмтәлә бөгөн республикала 1 миллион 250 мең транспорт иҫәпләнә, шуларҙың 340 меңдән ашыуы Өфөлә теркәлгән. Бөгөн Республика ЮХХДИ органдары көн һайын 700-800 дәүләт номеры бирә. 2009 йылда был һан 100-200-гә тиклем кәмегәйне. Былтыр ғына 78 мең яңы водитель руль артына ултырған.