«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һин һалаһың, ҡаҙна һала...



04.03.2019 Һин һалаһың, ҡаҙна һала...

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә республикала “Жилстройсбережения” программаһын ғәмәлгә ашырыу тураһында һүҙ булды. Ябай программа түгел, ә ипотека- тупланма программаһы.

Был хаҡта беҙ тәүге тапҡыр, моғайын, өс-дүрт йыл элек ишеткәнбеҙҙер.

Программаның төп маҡсаты – торлаҡ ипотека кредиттарының процент ставкаһы кимәлен төшөрөү, кредит биреүҙе арттырыу.

Эш барышы былай: кеше партнер (программала ҡатнашҡан) банкта 3 – 6 йылға вклад аса ла, ай һайын кәмендә 3000 һум һалып бара. Был иғәнәгә дәүләт (йәғни ҡаҙна) һалған сумманың 30 проценты күләмендә премия өҫтәп һала. Аҡсаны алырға ваҡыт еткәс, гражданға 6 – 7 процент ставкаһы менән ипотека кредиты алыу хоҡуғы бирелә. Шәпме?

Был программа буйынса тәүге торлаҡ кредиттары 2017 йылдың июнендә бирелә башлаған. 1300-ҙән ашыу ғаилә өйлө-фатирлы булған. Кеше ҡыҙыҡһына, йыя, ала, файҙалана. Өфө ҡалаһынан, райондарҙан ҡатнашырға теләүселәр күп. Тик ҡайһы бер төбәктә халыҡ бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай тиерлек.

Был программаға республика бюджетынан 2019 – 2021 йылдарҙа 235,6 миллион һум һалыу ҡаралған. Ҡаҙна һеҙгә фатирға аҡса йыйыша, берләшергә өлгөрөп ҡалығыҙ, тиер инек.

Алдағы йылдарҙа, етмәһә, программаны үҫтереү маҡсатында процент ставкаларын 5 – 5,5 процент итеү ҙә күҙаллана.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға