«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда «Хәүефһеҙ автотранспорт» акцияһы башланды



25.01.2011 Башҡортостанда «Хәүефһеҙ автотранспорт» акцияһы башланды

20 ғинуарҙан 1 февралгә тиклем Башҡортостан наркополицияһы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, табип-наркологтар менән берлектә наркотикка ҡаршы акция иғлан итте. «Хәүефһеҙ автотранспорт» сараһы наркоматдәләр ҡулланып руль артына ултырған водителдәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән.
Акция башланыу менән Октябрьский ҡалаһында «Башавтотранс» филиалында эшләүсе бер шофер тотолған да инде. Баҡһаң, водитель төшкө аш мәлендә наркопритонға барып, «туҡланып» килә, имеш. Ул быға тиклем авария яһаған да булған. Дөйөм алғанда, 2010 йылда юлда наркотикка иҫергән 107 водитель тотолған. Башҡортостан наркополицияһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Константин Максимов әйтеүенсә, наркотик ҡулланған водителдәр тураһында 8-800-347-20-30 телефоны аша хәбәр итергә мөмкин. Шылтыратыу бушлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға