«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Психик яҡтан ҡаҡшаған” диагнозы миллионлап кешегә ҡуйылған



04.03.2019 “Психик яҡтан ҡаҡшаған” диагнозы миллионлап кешегә ҡуйылған

Рәсәй кешеләре араһында ниндәй психик күңел төшөнкөлөктәре (русса әйткәндә, “психические расстройства”) бар?

Бында, ғөмүмән, бармы, тигән һорау ҡуйылмай. Тимәк, бар. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белә. Психик, тигәс тә, ул тиклем үк псих та түгелбеҙҙер инде. Министрлыҡ белгестәре әйтеүенсә, иң күп таралған (исемлек төҙөгәндәр ҙә, теҙеп сыҡҡандар) “кәйеф хәле” психоз булмаған формала. Аңлаһаң аңла, аңламаһаң – юҡ. 2 000 647 кешелә шундай форма “табылған”. Был йәш һәм урта йәштәгеләргә хас диагноз, имеш. Барыһына ла әйләнә-тирәләге хәл-торош, экология, социаль фактор ғәйепле. Шулар рәтендә ғаилә ыҙғыштары, эшһеҙлек, эскелек һ.б. булыуы ихтимал. Нервымды ҡаҡшатма әле, тигәнде әйләнгән һайын ишетәбеҙ. Стресс, невроз таралған.

Исемлектә тағы психоз һәм аҡыл зәғифләнеү бар. Был диагноздар 1 097 909 кешегә ҡуйылған. 862 176 мең кешенең иһә аҡылы үҫешмәгән.
Шулай ҙа В. Бехтерев исемендәге Милли медицина психиатрия һәм неврология тикшеренеү үҙәге белгестәре, һуңғы ете йылда Рәсәй халҡында психик сирҙәр кәмей төшкән. Ә беҙ, тәбиғәткә яҡын торған халыҡ балалары һәр хәлдә үҙебеҙҙе тыныс тота алабыҙ һәм нервыбыҙмы ашамайбыҙ ҙа, ашатмайбыҙ ҙа, шулаймы?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға