«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һорау – яуап



25.01.2011 Һорау – яуап

«Йәшлек», быйыл асылған «Әйтһәм, белеп әйтәм» исемле рубрикала сыҡҡан афоризмдар, тапҡыр һүҙҙәр яңы кеүек, әллә беҙ яратып ҡабул иткән «Фәһемле фекерҙәр донъяһында» китабы тулыландырылып сыҡтымы? Сыҡһа, уны ҡайҙан табырға булыр икән? Беҙгә, уҡытыусыларға, бик тә кәрәк ул.
Фәүзиә КӘРИМОВА.
Өфө ҡалаһы.

Был һорауға «Фәһемле фекер­ҙәр донъяһында» китабының автор-төҙөүсеһе, күренекле яҙыу­сы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Факил МЫРҘАҡАЕВ яуап бирә:
– «Фәһемле фекерҙәр донъя­һында» йыйынтығын башҡорт халыҡ һәм сәсәндәр ижадынан, шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән, аҡыл эйәләренең хеҙмәттәренән һайлап алынған афористик һүҙҙәр, фәһемле фекерҙәрҙән тупларға тырыштым. Тәүгеһе 2003 йылда үҙебеҙҙең «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡас та тиҙ арала таралып бөттө. ҡыуанып, хеҙмәтемдең кәрәклеген тойоп, икенсе китапҡа тотондом. Һәм 307 башҡорт яҙыусыһының 3 меңгә яҡын афоризмы индерелгән йыйынтыҡ ошо көндәрҙә генә «Планета» нәшриәтендә баҫылып сыҡты. Уны «Планета» китап магазиндары селтәрендә табырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға