«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туризмды үҫтереү үҙәген Артур Иҙелбаев етәкләйәсәк



03.03.2019 Туризмды үҫтереү үҙәген Артур Иҙелбаев етәкләйәсәк

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы Туризмды үҫтереү үҙәге башлығы итеп республикала яҡшы таныш шәхес – йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар, блогер Артур Иҙелбаев тәғәйенләнде.

Артур Мирас улы республика буйлап төрлө мауыҡтырғыс турист маршруты ойоштороу буйынса әүҙем эшләй. Был тәңгәлдә “Ысын Башҡортостан”, “Пржевальский эҙе буйлап” кеүек турҙарҙы атарға була. Улар – ил кимәлендәге конкурс еңеүселәре лә.

Артур Иҙелбаев “Башинформ” агентлығына яңы вазифаһында башҡарасаҡ эштәре хаҡында һөйләне.
– Иң беренсе – туристарға яҡшы мөхит булдырыу бурысы. Быға уңайлы навигация (күрһәткестәр, юл билдәләре, электрон таблолар һ.б.), туристик инфраструктура (трансфер, юл буйы кафелары, бәҙрәфтәр), уңайлы мөхит (мәғлүмәт үҙәге, туристар күп ерҙә вай-фай) инә. Икенсенән, туристарҙы йәлеп итерлек ҙур объекттар булдырыу. Торатау, Шүлгәнташ, Ирәмәл кеүектәр тәбиғәт тарафынан булдырылған. Әммә улар тирәләй инфраструктура, маҡсатлы үҫтереү ҙә юҡ. Беҙ яҡын арала быны бар итергә тейеш! Өсөнсө бурыс – республикаға туристарҙы йәлеп итеү өсөн бөтә министрлыҡ, ведом­ствоның көсөн берләштереү, – тигән ул.





Автор: А. Ишемғолова
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға