«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиттең 8-се һанындағы кроссворд еңеүселәре!



03.03.2019 Гәзиттең 8-се һанындағы кроссворд еңеүселәре!

Сканвордты дөрөҫ сисеп, билдәләнгән түңәрәктәрҙә ниндәй хәрефтәр йәшенгәнен асыҡлағыҙ һәм шуларҙан һүҙ яһағыҙ. Дөрөҫ паролде дежур телефонға (8-962-537-04-95) тәүге булып ебәреү­сене редакциянан бүләк көтә – телефон номерына – 150 һум аҡса. СМС аша яуаптар киләһе шишәм­белә иртәнге сәғәт туғыҙҙан ҡабул ителә башлай.

Гәзитебеҙҙең 8-се һанында сыҡҡан сканвордтың яуабын беренсе булып ебәреүсе Зәйтүнә ҠУНАФИНА (Әлшәйҙән) еңеүсе тип билдәләнде, пароль – өйрәкморон (өйрәктеке кеүек суҡышлы, йомортҡа һалып үрсегән Австралия йәнлеге).
Шулай уҡ дөрөҫ яуапты Ок­тябрьскийҙан Миҙхәт Шәрипов, Әлшәйҙән Зөлфиә Ғәлиуллина, Әлфиә Ғәлиуллина, Фәниә Ғә­лимова, Фәнүрә Абдуллина, Йылайырҙан Венера Абдуллина, Гөлнур Солтанғужина, Әминә Лоҡманова, Учалынан Әлфиә Суфиянова, Динә Кәримова, Лилиә Шәғәлина, Гөлшат Ишҡыуатова, Илештән Ғәлимә Ғәлиева, Өфөнән Алина Ғәлимова, Рәшит Дәү­ләтшин, Миәкәнән Гүзәл һәм Булат Мөхәмәтйәновтар, Зәлифә Янышева, Ейәнсуранан Венера Юлдашбаева, Бөрйәндән Фәниә Яҡшыбаева, Күгәрсендән Сың­ғыҙовтар, Венера Шәйәхмәтова, Әбйәлилдән Зөһрә Оморҙаҡова, Баймаҡтан Сафия Насирова, Венера Айытҡолова, Фәрзәнә Ильясова, Рәмил Рәхмәтов, Гөлшат Мәтинова, Зифа Ғүмәрова, Рәшиҙә Йылҡыбаева ебәргән.





Автор: А. Ишназаров
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға