01.03.2019 Эшһеҙлек кимәле рекордлы күләмдә төшкән
БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников “Башинформ” агентлығына белдереүенсә, мәшғүллек үҙәктәре һуңғы 25 йыл эсендә тәүгә эшһеҙлектең рекордлы рәүештә түбән төшөүен теркәгән.
2017 йылда эшһеҙлек күрһәткесе 5,6 процент булһа, 2018 йылда ул 4,9 процентҡаса төшкән. Был бик әһәмиәтле һан икән.
Эшһеҙҙәр кәмей. 2013 йылда 116 мең кеше эшләмәһә (рәсми теркәлгәндәре инде), былтыр ни бары 96 мең кеше эшһеҙ булған.
Үрҙә телгә алған министрлыҡ белгестәре “күләгәлә” эшләүселәрҙе лә яҡтыға сығармаҡсы. Үҙҙәренә генә аҡса эшләп, һалым түләмәй ятмаһындар әле, тиҙәрҙер.
Эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш былай барһа, бер-ике йылдан словет осорондағы кеүек барыһы ла эшле-ашлы булыр әле, Аллаһ бирһә.