01.03.2019 Бөгөндән Иҫке Сибай ауылы балалары Сибайҙа уҡый башланы
Ауылдағы ике ҡатлы мәктәп авария хәлендә. 2011 йылда бында стеналар сатнай башлаған, былтыр иһә бинаның яртыһы үтә хәүефлегә әйләнгән.
Ауыл халҡы һәм йәмәғәтселәр был проблема тураһында бар ергә саң ҡаҡты. Ниһайәт быға Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров иғтибар итте.
Мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, башланғыс кластар - йәмғеһе 212 бала, ауылдағы хәүефһеҙ бинала белем аласаҡ, ҡалғандары Сибайға 3-4 саҡрым араға ташып уҡытыласаҡ. Бының өсөн мәктәптең ике автобусына тағы дүртәү өҫтәләсәк.
Ҡаланың 14-се мәктәбендә айырым ҡаттағы кабинеттарҙа 5-11 кластағы 205 балаға элекке уҡытыусылары ике сменала белем бирәсәк.
Авария хәлендәге мәктәп бинаһы һүтелеп, урынына 375 урынлыҡ яңыһы төҙөләсәк. Әле РАИП-ҡа инеү өсөн документтар әҙерләнә. Төҙөлөш йәй-көҙҙә буласаҡ, декабрға тиклем тамамланырға тейеш.