«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Мин башҡорт балаһы, Урал затынан булам. Дәртлемен, рухлымын, изгелектәр мин ҡылам”



01.03.2019 "Мин башҡорт балаһы, Урал затынан булам. Дәртлемен, рухлымын, изгелектәр мин ҡылам”

Сәхнә тултырып бейергә, моңло итеп йырларға, өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнарға маһир икән дә беҙҙең Баймаҡ районы малайҙары! Һәр береһендә иҫ китмәле талант! 10 - 12 йәшлек һоҡланғыс малайҙарҙы бер урынға туплап, Башҡортостандың 100 йыллығына матур, тәрбиәүи сара үткәргән Балалар ижады директоры Альмира Варис ҡыҙы Дәүләтшинаға "афарин!" тип әйтергә генә ҡала. Сөнки балаларҙа, бигерәк тә, малайҙарҙа бәләкәйҙән тыуған илгә, телгә ҡарата һөйөү тәрбиләләргә тейешбеҙ.

... Район мәғариф бүлегенең концерт залы сәхнәһенә береһенән - бере талантлы егерме малай сығып баҫты. Уларҙың сәхнәлә тороуҙары үҙе үк батырлыҡ. Тәүге тур үҙ - үҙең менән таныштырыу. Ярышҡа килгән һәр малай үҙе, ғаиләһе, уҡыған мәктәбе, маҡсаты менән таныштырып үтте. Уны улар төрлөсә күрһәтә алды. Кемдер үҙе тураһында һөйләүҙе шиғыр юлдары аша еткерҙе, кемдер ябай телдә һөйләп ишеттерҙе.
Кемдәр генә юҡ араларында - яҡшы билдәлдәренә генә өлгәшкән уҡыусылар, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар, олимпиадаларҙа еңеүселәр, шиғыр, бейеү, йыр, ҡурай бәйгеләрендә ҡатнашыусылар.

Артабан икенсе тур. Бында инде малайҙарға йырларға ла, бейергә лә, ҡурай ҙа уйнарға ла мөмкинлек булды. Шуға ла бәйге “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тип аталды. Сәхнәгә сыҡҡан һәр береһе үҙенең һөнәре менән дә таныштырҙы. Вәт, исмаһам, талант кескәйҙәрҙә! Кемдер ағастан һырлап төрлө әйберҙәр, кемдер пластилиндан һындар эшләгән. Хатта ҡағыҙҙан танк, самолет, машина яһаусылар ҙә бар. Шунда уҡ малайҙар үҙ һөнәрҙәрен күрһәтә. Сәхнә түрен әле ҡурайҙа һыҙҙырған, дәртле бейегән, гармунда өҙҙөрөп уйнаған, моңло йыр һуҙған бәйгесе алмаштыра. Ҡайҙан килә һуң балаларҙа, был тиклем талант, рух, дәрт?! Бәйгеселәрҙе төрлөсә һынап ҡарайҙар.








Өсөнсө тур “Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен беләһеңме?” тип аталды. Малайҙар баһалама ағзаларының һорау алыуҙарына төплө, тулы итеп тик башҡортса яуап бирергә тейеш. Һорауҙар еңелдән түгел. Баймаҡ районы яҙыусыларын, шағирҙарын, ҡурайсыларын һанарға, кем ул Ғата Сөләймәнов, нисәнсе йылда һәм кемдән “Урал батыр” эпосы яҙып алынған әйтергә кәрәк. Малайҙар ҙа шәп, һиҫ тә аптырап та, ҡаушап та ҡалмай. Барыһын да беләләр, белмәгәндәренә башҡалар ярҙам итә.

Дүртенсе тур “Башҡорт телендә һөйләшәм” тип аталды. "Бер тигәс тә ни яман? " тигән һорауға Һәр бала үҙенсә яуап бирә. Балалар теле ҡыҙыҡ бит ул. Һәр яуапты иғтибарлап тыңлайым. Бына бер нисәүһе иҫтә ҡалған: "Башҡортостанда йәшәп тә, башҡортса һөйләшмәһәң шул яман", "Ата – әсәңде тыңламаһаң, насар уҡыһаң яман".
Һорау алыу дауам итә. "Бер тигәс тә ни яҡшы?": "Илдә башҡорттар һаны артһа, шул яҡшы". "Һәр бала башҡорт телендә аралашһа, шул яҡшы".
Сираттағы һорау: "Беҙгә иң әүәл ни кәрәк?": "Беҙгә иң әүәл тыныслыҡ, именлек, ата – әсәй, башҡорт теле, ямғыр, бесән кәрәк". Бына ошондай тос яуаптары өсөн ул балаларға нисек һоҡланмайһың инде!
Артабан “Атанан күргән …” ошо мәҡәләне дауам итергә кәрәк булды. Бәйгеселәр бер–бер артлы яуап бирә лә башланы. "Атанан күргән - машина йөрөткән, мал көткән, утын ярған, ғаиләһен көткән". Нисәмә бала, шунса фекер. Фекерҙәре лә ниндәй бит әле! Береһенән – бере шәп!
Шулай инде, бала күңеле аҡ ҡағыҙ, нимә яҙаң шул булыр тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр! Һәр ғаиләлә бала ата – әсәһенең эшен, ҡылығын күңеленә һеңдерә бара. Нимә күрә, шул телендә.

Ярыш аҙағына яҡынлаша. Алып барыусы Әлфинә Вәлиева бәйгеселәрҙең барыһын да бейергә төшөрә. Урынында тороп сыҙамаған шуҡ малайҙарға әйтерһең дә шул ғына кәрәк! Еңдәре үҙенән – үҙе һыҙыла, күҙҙәр осҡонлана, аяҡтары үҙҙәренән – үҙҙәре матур көй ыңғайына тыпырлай! Ниндәй башҡорт малайы бейергә яратмаһын инде!

Бәйге тамам. Еңеүселәрҙе билдәләйҙәр. Ә миңә ҡалһа, бөтәһе лә еңеүсе. Шулай ҙа бәйгенең үҙ шарттары. Гран-при Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡыусыһы Мәлик Вәлиевта (етәкселәре А.С. Әхмәтова, З.З. Әлмөхәмәтова). Беренсе урынды Өмөтбай мәктәбе уҡыусыһы Илһам Бүләков (етәксеһе Альбина Садыҡова), икенсе урынды ҡаланың 4-се лицейы уҡыусыһы Данияр Исламғолов (етәксеһе Сәлимова Г.Г) менән Икенсе Этҡол мәктәбенән Мөхәмәт Хисаметдинов (етәксеһе Г.Г.Фәйзуллина) бүлешә, өсөнсөгә иһә Билал мәктәбе уҡыусыһы Юлдаш Булатов (етәксеһе Вилюр Мәүлитов), Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Рәсүл Ураҙбаев (етәкселәре Р.Р. Заманова, Н.А.Швецова), Балалар ижады үҙәгендә шөғәлләнеүсе Данияр Сәфиуллин (етәксеһе Иҙелбаева Р.С) сыҡты.
Ҡалған бәйгеселәр ҙә ситтә ҡалманы, Һәр береһе төрлө номинациялар буйынса бүләкләнде. "Егәрле", "Тарихсы", "Бейеүсе", "Өмөтлө", "Рухлы", "Дәртле", "Батыр" тигән номинация алған малайҙарға һоҡланырлыҡ ! Башҡорттар шулай булырға тейеш тә!
Беҙ, ата – әсәләр, үҙ сиратыбыҙҙа икенсе йыл рәттән үткәрелгән, быйыл район кимәленә сығарып, матур сара үткәргән Балалар ижады үҙәгенә рәхмәт әйтәбеҙ.
Бәйге балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Балалар ижады үҙәге директоры Альмира Варис ҡыҙы етәкселегендә үткән бәйгене төбәк, хатта республика кимәленә сығарырға кәрәк тигән тәҡдим индерәм.

Балаларыбыҙ үҙ телебеҙҙе онотмаһын. Бәйгенең девизына, "Мин башҡорт балаһы, Урал затынан булам, дәртлемен, рухлымын,
изгелектәр мин ҡылам" тигәнгә тап төшөрмәһен! “Арғымаҡ” ҡа атланған малайҙар артабан аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл һәм ҡот – ошо ете төшөнсәне йәшәүҙәренең асылы итеп алһындар!





Автор: Райхана Булатова
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға