«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыуытҡысты асһалар, кефир һауытында-ааа!



28.02.2019 Һыуытҡысты асһалар, кефир һауытында-ааа!

Ҡайһы бер кешенең аҡылына иҫең китерлек. Нобель премияһын алған уйлап табыусылар улар янында бөтөнләй “нуль” кеүек. Ошо арала наркополиция шундай “аҡыллы баш”тың береһенә тап булған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре, фәлән-фәлән кеше наркотик һата, тигән мәғлүмәтте ишетеп ҡалған да, быны бер нисә көн күҙәтеп, адресын табып, ишеген шаҡыған. Ыста, миңә килдегеҙме ни? Берәй эш боҙғанмынмы әллә? Шундайыраҡ һорауҙар биреп, күҙен асҡалаҡ-йомғалаҡ итеп, ҡаршылаған ир хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы. Бына, өйөмдә бөтәһе лә тәртиптә, тип тә өҫтәгән.

Полицияныҡылар бик ентекле эҙләгән, фатир “таҙа” кеүек, ти. Шунан береһе ирҙең һыуытҡысына күҙ һалған. Унда теҙелешеп кефир һауыттары ултыра икән. Аһа, был бер юлы ниңә улай күп кефир алған, тип шикләнгән дә, өҫтәлгә алып, ҡапҡасын асып ебәрһә, эсе тулы наркотик булып сыҡҡан. Бер кило табылған ағыу. 40 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше асылған.

Улай-былай абай булығыҙ – ҡунаҡҡа-фәлән барһағыҙ, хужаның һыуытҡысындағы кефир шешәләренә күҙ һалып йөрөгөҙ. Наркотик һатыусыларҙы “һатҡан” өсөн бүләк йә бер нисә һум аҡса бирәләр.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға