«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров: «Берҙәм Рәсәй» кешеләрҙең проблемалары янында булырға тейеш



28.02.2019 Радий Хәбиров: «Берҙәм Рәсәй» кешеләрҙең проблемалары янында булырға тейеш

Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров урындағы советтарҙың партия фирҡәләре етәкселәре ҡатнашҡан киңәйтелгән ултырышта бөгөн шулай тип белдерҙе. Республика халҡы үҙен Башҡортостан халҡы тип аталған ҙур йәмғиәте өлөшө итеп тойорға тейеш.

- Хәҙерге заманда йәмғиәттә дуҫтарса йылы, рухи мөнәсәбәттә булыу ҙур һорау менән файҙаланыла, - тип белдерҙе республика етәксеһе. - Әгәр ҙә беҙ сәйәси лидерҙар булырға теләһәк, тимәк кешеләр янында булырға тейешбеҙ. Улар беҙҙең ярҙамды көтә, уларға ҡарата позицияны әйтергә оялырға кәрәкмәй.


Радий Фәрит улы белдереүенсә, тап ошолар Сибай проблемаһында етмәгән. Кешеләр экологик бәлә менән бер үҙҙәре ҡалған, партия урынын башҡа йәмәғәт көстәре биләгән. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре проблеманы үҙенең файҙаһында ҡулланған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға