«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 115 700 иҫәбендә булып ҡуймаһаҡ ярар ине...



28.02.2019 115 700 иҫәбендә булып ҡуймаһаҡ ярар ине...

Быйыл яҙ илдә бик күп кеше эштән ҡыҫҡартыласаҡ. РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, мәшғүллек үҙәктәренең мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итеүенсә, барлығы 115,7 мең кешнеңе эштән ебәрелеүе ихтимал. Уларҙың күбеһе Мәскәүҙә, Питерҙа һәм Свердловск өлкәһендә эшләй.

Иң ҡыйыны, моғайын, автомобиль төҙөү тармағына тура килер. Транспорт һәм финанс тармағында ла ҡыҫҡартыуҙар күп буласаҡ.

Баҡһаң, 115 мең кешенең эшһеҙ ҡалыуы ул тиклем үк ҡурҡыныс түгел, имеш. Эксперттар билдәләүенсә, был күрһәткес Рәсәй хеҙмәт баҙары өсөн, кем әйтмешләй, “нормальны”.

Шуны иҫтә тотоғоҙ: ҡыҫҡартылһағыҙ, эш биреүсе ике ай алдан хәбәр итергә бурыслы. Өҫтәүенә, ул альтернатив вакансия тәҡдим итергә тейеш. Хеҙмәткәр киткәндә уға айлыҡ эш хаҡы күләмендә пособие түләнә. Ике ай яңы эш тапмаған осраҡта, был ваҡыт өсөн уртаса эш хаҡын түләйҙәр.

Әйткәндәй, IT белгестәре, фармацевтар, медиктар ҡурҡмаһа ла була, уларға ҡыҫҡартыу хәүефе янамай тиерлек.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға