28.02.2019 Өйләнешәһегеҙме? Ә “Йәш ғаилә сертификаты” алдығыҙмы һуң?
Рәсәй сенаторҙары Хөкүмәткә бик тә етди тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән. Федерация советында әҙерләнгән документҡа ярашлы, өйләнешергә уйлаған егет менән ҡыҙ репродуктив һаулығын тикшереү үтергә тейеш. Барыһы ла “Йәш ғаилә сертификаты”на теркәләсәк.
Һүҙ иң тәүҙә ир-ат сәләмәтлеген һаҡлау һәм күҙәтеү тураһында бара шикелле. Ошо арала “Ирҙәр сәләмәтлеген һаҡлауҙың көнүҙәк мәсьәләләре” тигән киң күләмле “түңәрәк өҫтәл”гә ҙәерлек башланған. Сенаторҙар түлһеҙлек проблемаһына нисек тә иғтибарҙы көсәйтеү юлдарын эҙләй. Беҙҙә стереотип шундай: әгәр ҙә ғаиләлә бала булмаһа, быға ҡатын ғәйепле. Ә һуңғы йылдарҙа табиптар түлһеҙлектең ирҙәрҙә арта барыуын билдәләй. Шуға ла Юғары палата саң ҡағырға самалап тора. Өйләнешер алдынан һаулығың торошон тикшертеү бик тә дөрөҫ. Ғөмүмән, сит илдәрҙә һәр кеше үҙ һаулығын бик ныҡ контролләй. Беҙҙә генә сир аҙғас дауаханаға барыусандар.
Әйткәндәй, сенаттан РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ғаилә ҡороуҙы һәм дөрөҫ туҡланыуҙы таратыусы “Ғаилә һәм өйләнешеү үҙәге” булдырыу тәҡдиме ебәрелгән.
РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау, Мәғрифәт, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлыҡтарына “Яуаплы атайлыҡ” программаһын төҙөргә тәҡдим ителгән. Был атай абруйы күтәреүгә, ирҙәргә эш һәм бала тәрбиәләүҙе бергә алып барыр өсөн шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Шулай, йәштәр, өйләнешер алдынан табип тупһаһын тапарға онотмағыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙгә репродуктив системағыҙҙың яҡшы эшләүе шарт.