«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һәр кемдең торлаҡ алыуға мөмкинлеге бар



28.02.2019 Һәр кемдең торлаҡ алыуға мөмкинлеге бар

Торлаҡлы булыуға яңы юлдар асыла. БР Торлаҡ һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, Башҡортостанда хәҙер теләгән һәр кем торлаҡ төҙөүгә аҡса туплау программаһы ярҙамында йылына 6 процент менән ипотека алыу мөмкинлегенә эйә.

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Ипотека» федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында республика хөкүмәте ҡарары менән торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау программаһына үҙгәрештәр индерелде. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 1 марттан ҡатнашыусылар өсөн сикләүҙәр алынды.

Быға тиклем торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау программаһында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар, шулай уҡ балалы ғаиләләр һәм 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр генә ҡатнаша ала ине.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2014 йылдан торлаҡ төҙөү өсөн аҡса йыйыу системаһын индереү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. 2017 йылдың уртаһынан ошо ипотека-туплау программаһының тәүге ҡатнашыусылары льготалы процент ставкаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға кредит ала башланы.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға