«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Электрон “права” уңайлы булырмы?



27.02.2019 Электрон “права” уңайлы булырмы?

Бер йылдан машина йөрөтөү өсөн танытма һәм автомобилде теркәү тураһындағы документты үҙең менән алып йөрөтмәһәң дә була. Смартфоныңды ғына күрһәтһәң, махсус приложениены инспектор сканер аша үткәрә. Магазинда касса янында торған кеүек, “пик” итә лә, булды шуның менән. “Гаишник”тың планшетында водитель барлыҡ мәғлүмәт сығасаҡ, шул иҫәптән штраф һалыу тарихы ла.

Рәсәй ЮХХДИ начальнигы Михаил Черников әйтеүенсә, был яңылыҡ ялған водитель танытмаларына һәм башҡа документтарға ҡаршы көрәшергә ярҙам итәсәк.

Водителдәр өсөн 12.37 КоАП статьяһы ғәмәлдән сығасаҡ, тимәк. Ул “права”һын өйҙә онотоп ҡалдырған һай хәтерле водителдәргә штраф менән янай ине.

Был юлы электрон танытма “тейәлгән” телефоныңды өйҙә онотоп ҡалдырырға ярамаясаҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға