«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсына йомғаҡ яһала



27.02.2019 “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсына йомғаҡ яһала

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡатындарының береһе Рабиға Ҡушаева һүҙҙәре менән аталған конкурс республикала өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Киләһе аҙнала “Торатау” Конгресс-Холында еңеүселәр бүләкләнәсәк.

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы ике өлөштә үтте. Тәүгеһендә ҡатнашырға теләүселәр урындарҙа һайлап алынһа, икенсеһендә баш ҡалала конкурс комиссияһы еңеүселәрҙе билдәләне.

Был сара Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан башланып киткәйне, хәҙер “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе лә, Халыҡтар дуҫлығы йорто ла ойоштороусылар рәтендә теләп сығыш яһай.

Йәмғиәт рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында әйтеүенсә, конкурс йылдан-йыл танылыу яулай, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша. Быйыл, мәҫәлән, Мәскәүҙән, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән конкурсанттар бар. Барлығы 300-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Финалға 150 гүзәл зат һайлап алынған, ә лауреаттар һаны – 34. Иң өлкән ҡатнашыусы 1932 йылғы, иң йәше 2000 йылда тыуған. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы бик матур һәм иҫтә ҡалырлыҡ буласаҡ, тип вәғәҙәләне ҡуйыусы-режиссер Екатерина Рафай. Ә бүләктәр? Әлбиттә, бар һәм шәп!

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының еңеүселәрен 4 мартта беләсәкбеҙ.

Әйткәндәй, шул сарала Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалдар ҙа тапшырыласаҡ. Тулыраҡ – “Йәшлек”тең 4-се март һанында.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға