«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йоҙроғоң үҙеңә лә тейеүе бар...



27.02.2019 Йоҙроғоң үҙеңә лә тейеүе бар...

Беҙҙең республикала ғаиләлә ғауға ойоштороусы һуғыш суҡмарҙарына яуаплылыҡ ҡатыланыуы ихтимал.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфөләге йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге директоры Александр Овчинников һәм БДУ-ның Хоҡуҡ институты директоры урынбаҫары Ришат Ниғмәтуллин менән осрашыуында шуға ҡағылышлы законға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим яһаған.
Парламент етәксеһе билдәләүенсә, ғауға күбеһенсә аҙ килемле (йәғни ярлы) имен булмаған ғаиләләрҙә сығыусан. Ә ғаилә ағзаларына йоҙроҡ күтәреүсегә яза – штраф. Ғәйепле кеше үҙе эшләп тапҡан аҡсанан түләһә лә, барыбер ғаилә лә зыян күрә. Әгәр законға үҙгәрештәр индерелһә, ғауғасы шәхсән үҙе генә яуап бирерлек булһын, ти Толкачев.
Эйе, ҡатынын туҡмаған йә ҡыуып сығарған, балаларын рәнйеткән ир-ат (тап ирҙәр ҡотора бит инде), әйҙә, бер нисә көн төп эшенән һуң яза сифатында бушлай эшләһен. Йәки үҙен дә биргеләп алһалар, бәлки, аҡылға ултырыр ине...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға