«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әҙиптәребеҙ ижады - аудиокитап аша



27.02.2019 Әҙиптәребеҙ ижады - аудиокитап аша

БДУ-ның Сибай институты хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмерханова хәбәр итә:

- Педагогика факультетында белем алған бер төркөм студент - Рүзилә Ғәбитова, Гөлиә Ҡарасурина, Илсур Сәғитов, Ғәзинур Ғәйнуллин, Хәсән Солтанғужин һәм Фәйез Үҙәнбаев менән “Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар” тигән проект эшләнек.
Башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыу, йәштәр, шулай уҡ күреү һәләте сикле йәки тома һуҡыр кешеләр өсөн башҡорт әҙәбиәте өлгөләренең йөкмәткеһен үҙләштереүҙе һәм өйрәнеүҙе еңелләштереүҙе проекттың маҡсаты итеп алдыҡ.
Ул Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды. Китапҡа башҡорт әҙәбиәте классиктарының 75-ләп әҫәре инәсәк.
Әле аудиокитаптарҙы яҙҙыра башланыҡ. Бының өсөн 265 мең һум грант аҡсаһына кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған, махсус бүлмә йыһазландырылған.




Бығаса интернетта башҡорт шағирҙарҙың ижад емештәре яңғыраған аудиокитап булмауы асыҡланғас, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының артистары Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллин, Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Йосоповаға мөрәжәғәт иттек. Улар бер нисә авторҙың шиғырҙарын уҡыны. Нәфис һүҙ һөйләү конкурстарында еңгән студенттарыбыҙ ҙа микрофон янына ултырҙы. Шулай итеп 50-ләп әҫәр яҙҙырылды. Әле Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ"ын уҡыйбыҙ.

Аудиокитап тиҙҙән интернетҡа һалынасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға