26.02.2019 Биҙәүесте дөрөҫ тағаһыңмы?
Донъяуи этикет буйынса буйынса, кейәүҙә булған ҡатын балдаҡ тағып йөрөргә тейеш. Эшлекле ханымдар сығанаҡҡа — никах йәки урта бармағына ғына балдаҡ кейә.
Офиста эшләүселәрҙең һырғаһы яңаҡ һөйәгенән дә аҫтараҡ булырға тейеш түгел. Мода йәки матурлыҡ индустрияһына хеҙмәт итеүсе гүзәл заттарға ғына эш ваҡытында оҙон һырға рөхсәт ителә.
Эшлекле осрашыуға беләҙек тағып барыу килешмәй. Муйынға йондоҙнамә буйынса подвеска тағыу ҙа хеҙмәт урынында урынлы түгел.
Шулай уҡ бриллиант, рубин, сапфир кеүек ҡиммәтле ташлы биҙәүестәр киске алтынан һуң ғына тағылырға тейеш.