«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Март, артыҡ аптыратмай ғына кил



26.02.2019 Март, артыҡ аптыратмай ғына кил

Яҙ был йомала уҡ етәсәк. Әммә был тик календарҙа ғына. Ә ысын яҙғы йылы көн алыҫ әле.

Синоптиктар быйылғы мартты нисек фаразлай һуң? Һуңғы ун йылдағы марттарҙы алып, уртасаһын сығарғанда (беҙҙә уртасаны нисек иҫәпләүҙәрен беләһегеҙ), өс көндән етәсәк ай бик үҙенсәлекле булмаҡсы. Бер төрлө генә көндәрҙе көтмәгеҙ ҙә. Иң йылы көн +3 булһа, иң һыуығы -13 тип күҙаллана. Бәлки, ай башында төндә -22 градус та булыр әле.

Ә ҡар ҡасан ирер һуң? Ирер ул, ирер. Бысраҡ ҡаңғырта башлаһа, ҡарҙы һағынырһығыҙ әле. Синоптиктар әйтеүенсә, ҡарҙың әүҙем иреүен 20 марттан һуң ғына көтөргә. Тап ошо ваҡытҡа махсус хеҙмәттәр ташҡынға әҙер торорға бурыслы. Баш ҡалабыҙ Өфөлә, мәҫәлән, ташҡын көслө булған хәлдә Дим, Ленин, Киров, Калинин райондарындағы йорттарҙың (барлығы 2000 йорт самаһы) һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға