«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Документтарҙы башҡа идаралыҡ ҡабул итә



25.02.2019 Документтарҙы башҡа идаралыҡ ҡабул итә

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған тәүге бала өсөн 300 мең һум түләү туҡтатылды. Аҡса 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған балаларға, 2019 йылдың 1 июленә тиклем документ тапшырып өлгөргән граждандарҙың льготалы категорияларына ғына биреләсәк.

Быға тиклем түләүҙәр менән Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты шөғөлләнде. Хәҙер документтарҙы тикшереү, аҡса күсереү өсөн Торлаҡ программалары буйынса идаралыҡ яуаплы. 2019 йылға тиклем тәүге сабыйы тыуған мохтаж ғаиләләләргә хәҙер шунда мөрәжәғәт итергә кәрәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға