«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Баймаҡта "ҡара ҡаҙыусылар" ҡалманы"



25.02.2019 "Баймаҡта "ҡара ҡаҙыусылар" ҡалманы"

тип белдерҙе район башлығы Фәнис Әминев Башҡортостан хөкүмәтендә үткән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә.

- Карьер эштәренә тиклем тәртип булдырасаҡбыҙ, - тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы.
Әле районда дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар табыу өсөн кластер булдырыла. Уға инеүселәр тәбиғи ташты легать ҡаҙып сығарасаҡ һәм "ҡара ҡаҙыусы"ларға ҡаршы көрәшәсәк, буш карьерҙарҙы төҙөкләндереү ҙә онотолмаясаҡ.

Инспекторҙарҙың күсеп йөрөүсе төркөмдәренә фото һәм видеокамералар бирелгән. Ошо арала Темәс янындағы юлға ике яҡҡа китеүсе транпортты күҙәтәсәк видеоҡоролмалары ҡуйыласаҡ.

Район биләмәһен тулыһынса күҙәтеү һәм дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙы контролдә тотоу өсөн юлһыҙ ерҙән йөрөүсе техника кәрәк. Радий Хәбиров бының буйынса ярҙам буласаҡ тип вәғәҙәләне. Ул шулай уҡ был эштә бандиттар булмаһын, эшселәргә ҡулайлы шарттар, яҡшы эш хаҡы алһын, барыһы ла закон нигеҙендә эшләнһен тип белдерҙе.

Кәңәшмәлә Баймаҡ районында "ҡара ҡаҙыусылар" менән хәл тотороҡланды тип әйтелде. Ә бына Белоретта барыһы ла ал да гөл түгел. Тиҙҙән бының буйынса айырым кәңәшмә ойоштороласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға