«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ейәнсура фажиғәһенең сәбебе билдәле булды



25.02.2019 Ейәнсура фажиғәһенең сәбебе билдәле булды

Кисә Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында ҡурҡыныс янғын теркәлде.

БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, янғын сыҡҡан йортта ут сығыуы тураһында иҫкәрткән ҡоролма эшләмәгән. 2016 йылда ҡуйылған извещателдең батареяһы ултырған - приборҙың йымылдап торған утынан ҡарап, эшләйме-юҡмы икәнен тикшерергә кәрәк.
Өйҙә янғын башланғанда алты кеше булған. Уларҙың өсәүһенең - йәш ярымлыҡ малайҙың, уның 38 йәшлек әсәһенең һәм 30 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. 51 йәшлек ҡатын тәне бешеп уттан сыға алған. Әле ул дауаханала. Үлгән ҡатындың 14 йәшлек ҡыҙы һәм 6 йәшлек малайы тере ҡалған - улар инәйендә. Әйткәндәй, был ҡатын балаларҙы опекунлыҡҡа алырға теләк белдергән.


- Хакимиәт башлыҡтары, беҙ былтыр уҡ ут сығыуы тураһында иҫкәрткән ҡоролмаларҙың эшләүен тикшерергә, кәрәккәндә сафҡа индерергә ҡушҡайныҡ. Быға тағы ла берҙе иғтибар бүлегеҙ, - тине Фәрит Ғүмәров.


Ут сыҡҡанда сыйылдап сигнал биргән аппарат 19 февралдә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында бер ҡатындың һәм уның йәш ярымлыҡ сабыйының ғүмерен ҡотҡарған.

Радий Хәбиров, үҙ сиратында, извещателдәр ҡуйыуҙы тиҙләтегеҙ тип муниципалитеттарға ҡушырбыҙ тине һәм Ейәнсура районы башлығы Дәмин Юлаевҡа һәләк булған ҡатынды ерләүҙә ярҙам итергә, балаларына опекунлыҡ юллауҙа ярҙам итергә бойорҙо.

Бынан тыш, төбәк етәксеһе һәр район-ҡалала бындай фажиғәләрҙе теркәргә айырым кенәгә асырға ҡушты. Унда ата-әсәһе һәләк булған балаларҙың учеты алып барыласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға