24.02.2019 Ике өлкән кеше һәм бер бала утта янып үлгән
Бөгөн Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында ҡурҡыныс янғын булды.
Ағас өй яныу һөҙөмтәһендә йәш ярымлыҡ малайҙың, уның 34 йәшлек әсәһенең һәм тағы бер ирҙең ғүмере өҙөлгән. 51 йәшлек ҡатын тәне бешеп уттан сыға алған. Әле ул дауаханала. Үлгән ҡатындың 15 йәшлек ҡыҙы һәм 7 йәшлек малайы тере ҡалған.