24.02.2019 РФ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе: Һүҙ һуңында...
“Тотороҡло һәм оҙайлы үҫер өсөн беҙгә тыныслыҡ кәрәк”, – тине Президент. Һәм, әлбиттә, быйылғы Мөрәжәғәтнамәлә лә оборона мәсьәләләре, сит илдәрҙәге партнерҙар менән мөнәсәбәттәр, ғөмүмән, тышҡы бәйләнештәр тураһында ла һүҙ булды. Күп тапҡыр ҡабатланылар: беҙҙең ҡорал суперзаманса һәм күбеһенең донъяла тиңе юҡ. Был юҫыҡта эштәр дауам итә. Һәр тармаҡта берҙәй уңыш ҡаҙаныр өсөн шарттар кәрәк. Шарттарҙы бергәләп булдырып була. “Бергә беҙ уңышҡа мотлаҡ өлгәшербеҙ”. Шулай тамамланды быйылғы Мөрәжәғәтнамә.