«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » РФ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе: Ғаиләләргә булышлыҡ итеү



22.02.2019 РФ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе: Ғаиләләргә булышлыҡ итеү

– Беҙ ғаилә ҡиммәттәрен ны­ғытыу өсөн бөтәһен дә эш­ләйәсәкбеҙ. 2023 – 2024 йылдарға халыҡ һанының тәбиғи артыуына ирешергә тырыша­саҡбыҙ. Ғаилә­ләргә ярҙам буйынса әҙерләнгән саралар ҙа бар.

Беренсенән, 2020 йылдың 1 ғинуарынан 1,5 йәшкә тиклем түләнә торған пособиены күтәрергә тәҡдим итәм.

Икенсенән, быйыл 1 июлдән инвалид балалар өсөн түләүҙе 10 мең һумға тиклем еткерергә.

Өсөнсөнән, балалы ғаиләләр һалымды ла әҙ түләргә тейеш. Бындағы принцип: балалар ни тиклем күп, һалым да шул тиклем әҙ. Күп балалы ғаиләләргә күсемһеҙ милек өсөн һалымды федераль льгота иҫәбенә кәметергә һәм һәр балаға фатирҙа – биш, йортта ете квадрат метр майҙанды иҫәпләп, һалымдан азат итергә. Мәҫәлән, ғаиләлә өс бала булһа, фатирҙың 15 квадрат метрына (йорттоң 21 кв. м) һалым һалынмаясаҡ. Күп балалы ғаиләләрҙе алты сутый ер һалымынан азат итергә тәҡдим итәм.

Дүртенсенән, ғаиләлә икенсе һәм унан һуңғы бала тыуған осраҡта ипотека ташламаһы бар. Ул банкка бурыс түләнеп бөткәнсе ҡалырға тейеш. Ипотекалы ғаиләлә өсөнсө йә унан да күберәк бала тыуғанда федераль ҡаҙнанан 450 мең һум кредитты ҡаплау мөмкинлеге булдырырға. Был эште ошо йылда башларға.
2021 йылға яслегә урынлаштырыу проблемаһын бөтөрөргә тейешбеҙ.





Автор: А. Ишемғолова
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға