«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Юлдаш» милләттәштәрҙе барлай



25.02.2019 «Юлдаш» милләттәштәрҙе барлай

«Башҡорттар» программаһы Ер шарының бар ҡитғаларына һибелгән милләттәштәребеҙҙе барлай. “#Юлдаш” радиоһында алып барған тапшырыуымды ошо һүҙҙәр менән башлайым һәм һәр ваҡыт оло тулҡынланыу кисерәм. Сөнки, уларҙың һәр береһендә кемдеңдер яҙмышы һәм тормошо сағыла. Тағы ла шуныһы: бер кеше яҙмышында ғына ла тотош ил тарихын күҙ алдына килтерергә мөмкин.


Бер генә яҙмышты алайыҡ. Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙенең Ләмтә ауылынан Айнан Мөхәммәт Сафа 18 генә йәшендә Рәсәй менән Германия араһында ҡупҡан һуғышҡа алына. Ҡатнашҡан илдәр, ҡорбандар һаны, ҡулланылған заманса техника, химик ҡорал буйынса Беренсе донъя һуғышы XX быуаттың иң ҡот осҡос һуғыштарының береһе булып тарихҡа ингән. Айнан Сафа шул сығып китеүенән бер ҡасан да тыуған ауылына әйләнеп ҡайта алмай. 1918 йылда һуғыш тамамланғас, батша ғәскәрҙәре илгә ҡайта. Әммә империалистик һуғыштан имен ҡалған һалдаттарҙың күбеһенә тыуған туп­рағына аяҡ баҫырға насип булмай. Батша армияһында хеҙмәт иткән яугирҙар тейәлгән эшелондарҙы Себер тарафтарына оҙата. Бә­ләкәй генә бер станцияла өс мосолман егете менән Айнан Сафа поездан тороп ҡала. Тәүҙә улар Ҡытайҙың Хайлар тигән ҡалаһында урынлаша. Аҙаҡ Манчжурия аша Японияға сыға. Тарихҡа «Алыҫ Көнсығыштың бөйөк имамы» булып ингән Абдулхай Ҡорбанғәлиев Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк Көнсығышта Япония властарының ислам динен тулыһынса таныуына өлгәшә. Токиола эмигра­циялағы Рәсәй мосолмандары өсөн мәсет, мәҙрәсә һалдырыуҙы ойош­тороусыларҙың береһе була. Ләмтә башҡорто Айнан Сафа эмиграциялағы мосолмандарҙың уртаҡ көсө менән һалынған «Исламия» мәхәлләһендә 1926 йылдан алып 1967 йылға тиклем тәүҙә мәзин, аҙаҡ имам булып эшләй. Барлығы 52 йыл ғүмерен ул ошо ислам ойошмаһына бағышлай.

2018 йылда футбол буйынса бөтә Донъя чемпионаты матчтарын ҡарарға Рәсәйгә Сан-Францисконан Айнан Сафаның улы Даян Сафа ла килде. «Юлдаш» радиоһының “Башҡорттар” программаһында ул атаһы, Токио мәсетенең һуңғы имамы – Айнан Сафа, уның ғаиләһе, Япониялағы башҡа башҡорттар тураһында бик йәнле әңгәмә ҡорҙо. Тапшырыуҙа Айнан Сафаның һалдат йыры яңғыраны.
Икенсе миҫал. Интернет сел­тәренең «Ютуб» каналында мин бер яҙмаға юлыҡҡайным. “Мөнир Солтанғужиндың 1998 йылдарҙағы аудиояҙмаһы” тип бирелә ул. Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районына ижади сәфәргә барған саҡта ул кешенең Бөрйән-Ҡыпсаҡ олоҫоноң Ҡабан ауылынан икәнлеген белдем. Һәм ул Ш. Бабичтың үҙҙәренең ауылына килеүе тураһында бәйән итә. Бына ошондай шәхестәрҙең яҙмышы ил тарихын сағылдыра ла инде.

Йә булмаһа, ауылдар тарихына туҡталайыҡ. Башҡорт илендә оло тарихлы ауылдар бар. Мәҫәлән, Иҫке Соҡор, Стәрлебаш, Сәйетбаба һ.б. Әлеге мәлдә Башҡортостандан ситтә тороп ҡалғандары араһында ла тарихи ауылдар бик күп. Мәҫәлән, Пермь крайы Барҙа районының Солтанай ауылын алайыҡ. Ваҡытында унда 300 шәкертлек мәҙрәсә, бай китапхана эшләгән. Был мәҙәни усаҡ­тарҙы хажи һәм меценат Мөхәмәтғата Мансуров тәьмин иткән.

Киләсәктә лә «Башҡорттар» программаһында халҡыбыҙҙың үт­кәненә, уның рухиәтенә һәм мәҙәниәтенә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр яңғыраясаҡ. Ауылдар тарихы, айырым ғаиләләрҙең шәжә­рәләре, Башҡортостан Респуб­ликаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы әңгәмәләр әҙерләнә. Уларҙы «Юлдаш» радиоһы тул­ҡындары тотҡан бар төбәктә лә тыңлайҙар һәм көтөп алалар.





Автор: Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА.
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға