«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йылдам үҫеш биләмәләре буйынса ниәттәр ҙур



22.02.2019 Йылдам үҫеш биләмәләре буйынса ниәттәр ҙур

Йылдам үҫеш биләмәләре буйынса ниәттәр ҙурРәсәй һәм республика хөкүмәттәре менән берлектә Башҡортостанда өс ТОР (территория опережающего развития) – йылдам үҫеш биләмәһе – барлыҡҡа килде. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, улар – Белорет, Нефтекама һәм Благовещен ҡалалары.

Әле уларҙа төрлө проект буйынса килешеүҙәр төҙөлә. Үҫеш буйынса күҙаллауҙар етди. “Нефтекама” ТОР-ы ике мең яңы эш урыны булдырырға һәм дүрт миллиард һум инвестиция йәлеп итергә тейеш. “Белорет” биләмәһендә – 1,5 мең эш урыны һәм һигеҙ миллиард һум инвестиция, “Благовещен” биләмәһендә 1300 эш урыны, ете миллиард һум инвестиция табыу шарт.

Әйткәндәй, беҙҙә Күмертау һәм Бәләбәй йылдам үҫеш биләмәләре эшләй.





Автор: А. Ишемғолова
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға