22.02.2019 Фермерҙар, грант алғығыҙ киләме?
Быйыл республика фермерҙарына 1,1 миллиард һум күләмендә грант бүлеү ҡаралған. Уның 740 миллион һумы – федераль бюджет иҫәбенән.
БР Хөкүмәтенең дүшәмбелә үткән оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов шулай тип белдерҙе.
Һүҙ яңы эш башлаусы фермерҙар, ғаилә малсылыҡ фермаһы, ауыл хужалығы кооперативтары һәм табыш килтереүсе проекттарға бүленәсәк дөйөм сумма тураһында барҙы.
Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, бөгөнгә Башҡортостанда 6,5 мең фермер хужалығы эшләп килә. 2018 йыл һөҙөмтәһе буйынса, улар тарафынан етештерелгән дөйөм продукция хаҡы 17,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында өсөнсө урында килә.
Былтыр Башҡортостанда табыш килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса яңы программа старт алды. Ул шәхси хужалыҡтар һәм башҡа төр продукция етештереүселәрҙе ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативына берләштерә. Тап ошо программа ярҙамында үткән йыл 118 яңы кооператив ойошторолған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан – алдынғы төбәк. Яңы барлыҡҡа килгән кооперативтар, дөйөм алғанда, 300 миллион һум күләмендә грант алған.
2020 йыл аҙағына йәнә 450 ауыл хужалығы кооперативы төҙөү планлаштырыла. Уларға 4,5 мең хужалыҡты йәлеп итеү күҙаллана.