«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә һеҙ 20 процент иҫәбенә инәһегеҙме икән?



21.02.2019 Ә һеҙ 20 процент иҫәбенә инәһегеҙме икән?

«Машина времени» төркөмөнөң лидеры Андрей Макаревич телевизорҙа аҡырып һөйләшеүҙе тыйырға тәҡдим итте. Экрандарҙан ҡысҡырышыуҙы тыңлау, тине билдәле музыкант, кешенең психикаһына кире йоғонто яһай. Макаревич әйтмешләй, Ер йөҙөнөң бөтә халҡының 80 проценты былай ҙа идиот.

Телевидениела эшләгән бер нисә алып барыусының ауыҙын бөтөнләй ябырға кәрәк. Ҡысҡырмаһындар! РФ Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитетытың йәмәғәт советына ингән Андрей Макаревич тап шундай фекерҙә. Әйткәндәй, ул үҙен ҡалған 20 процент иҫәбенә индерә. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ: телевизорҙа кемдәр аҡыра, ни өсөн аҡыралар, уларға кем рөхсәт бирә лә, кем тыя ала? Йәнә шуныһы: Макаревич иптәш планета халҡының 80 проценты алйот икәнен нисек иҫәпләп сығарҙы икән? Беҙҙе ҡайһы төркөмгә индергән? Билдәле кеше, етмәһә, Дәүләт Думаһы ҡарамағында эшләй, шундай баһа бирә аламы? Әллә Думаға теле оҙондарҙы һайлап алалармы ул?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға