«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рима Баталова Сибайҙа булып ҡайтты



21.02.2019 Рима Баталова Сибайҙа булып ҡайтты

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһы оло ҡунаҡты ҡабул итте. Бында 13 мәртәбә паралимпия уйындары чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова эш визиты менән булды.

Рима Аҡбирҙе ҡыҙы «Рәсәй саңғыһы-2019» Бөтә Рәсәй саңғы ярышында ҡатнашты. Танылған спортсы менән ҡала хакимиәте вәкилдәре, өлкәндәр һәм мәктәп уҡыусылар - йәмғеһе 200-ҙән ашыу кеше йүгерҙе.

Депутат һуңынан ҡалалағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең реабилитация үҙәгендә булды. Ул унда махсус тренажерҙар һәм спорт ҡорамалдары алыу өсөн сертификат тапшырҙы. Әйткәндәй, бындай ярҙам Белорет һәм Учалы ҡалаларындағы үҙәктәргә лә бирелде.
Рима Баталова сибайҙарҙың килеп тыуған экология хәлендә нисек йәшәүҙәрен тикшереү маҡсатында килеүе тураһында хәбәр итте.

– Саңғы ярышы бар ҡала халҡын туплауын күреү бик һөйөндөрҙө. Бында спортсылар күп, спорт төрҙәре лә үҫешкән. Киләсәктә лә һәр саҡ әлегеләй йылмайып йәшәгеҙ, кәйефегеҙ көр булһын. Артабан да ярҙамдан айырмаясаҡбыҙ, – тине билдәле спортсы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға