«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә "Горожанин" күрһәтелде



21.02.2019 Өфөлә "Горожанин" күрһәтелде

Нимә ул тиерһегеҙ - Өфө трамвай-троллейбус заводы етештергән яңы электробус шулайтып атала.

"Горожанин" эсенә 100-ҙән артыҡ кеше һыя ала. 28 ултырғысы һәм инвалид коляскаһы өсөн урын бар. Иҙәне тәпәш, был иһә өлкәндәр һәм балалы арба-сана менән инеүселәргә уңайлыҡ бирә.

Яңы йәмәғәт машинаһы кәрәккәндә сымдарҙан ысҡынып ситкә китә ала. Әгәр ҙә алдан барған троллейбус боҙолоп ултырһа, уны урап үтергә мөмкин. Штангалар контакт селтәренән ысҡына, электр моторы аккумуляторҙарҙан туйына.

Электробусҡа «ГЛОНАСС» системаһы ҡуйылған. Пассажирҙар ҡарамағында сымһыҙ wi-fi интернеты, кондиционер бар. Кәрәкһә карта менән билет өсөн түләргә валидатор ҙа ҡуйыла ала.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Администрация ГО г.Уфа


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға