«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Афғанстан беҙҙең яҡташтар яҙмышында



21.02.2019 Афғанстан беҙҙең яҡташтар яҙмышында

Кәрим ауылы клубы менән Һөйөндөк ауылының күсмә китапханаһы хеҙмәткәрҙәре матур ғына сара уҙғарып ебәргәндәр. "Афғанстан беҙҙең яҡташтар яҙмышында" тип аталған осрашыу кисәһендә Афған һуғышында ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре, Чечен һуғышында ҡатнашыусыларҙың яҡындары, мәрхүм яугирҙарҙың әсәләре ҡатнашҡан.

- Иң беренсе яу ҡырында ятып ҡалған яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынды, - тип хәбәр итә китапханасы Вилә Мырҙағолова. - Һуңынан кисәнең тантаналы өлөшө ауыл клубында дауам итте. Илсеғол ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Зәлифә Азамат ҡыҙы Әбшәһитова ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны, яугирҙарға, әсәләренә, яҡындарына бүләктәр тапшырҙы.


Кисәнең өсөнсө өлөшөндә китапханасы Мырҙағолова тарафынан әҙерләнгән "Беҙҙе ваҡыт үҙе һайланы " исемле әҙәби-музыкаль композиция уҙған. Ул Афған һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың яҙмышы, яугирҙарҙың исемлеге менән таныштыра, афған һуғышы тураһында билдәле булған материалдар тураһында уҡып ишеттерә.

- Афған һуғышы яугирҙарына ла һүҙ бирелде, - ти Вилә апай. - Улар һүҙгә һаран, әммә үҙҙәренең иң изге теләктәрен белгертте: "Һуғыш булмаһын, күк йөҙө бөгөнгөләй аяҙ торһон!" Клуб мөдире Гөлсәсәк Сиражитдинова менән Раушания Йәшелбаева кисәне матур итеп музыкаль яҡтан биҙәнеләр. Әсәләр яугир улдарын иҫкә алғанда күҙ йәштәрен тыя алманы...

Китапханасы "Афғанстан беҙҙең яҡташтар яҙмышында" исемле китап күргәҙмәһенә күҙәтеү эшләгәс, яҙыусы Әҡлимә Сафинаның "Беҙҙе ваҡыт үҙе һайланы "исемле китабы менән таныштырған. Был китапта Афған һуғышында ҡатнашҡан һәр бер яҡташ яугир тураһында яҙылған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға