20.02.2019 Компьютер аша токтан һуғылып үлгән
Компьютер ҙа ҡурҡыныс .Һәр беребеҙҙең өйөндә булған был заманса техниканың кеше ғүмере өсөн хәүефле икәне уйыбыҙға ла инмәй.
Өфөлә 14 йәшлек үҫмер компьютер аша токтан һуғылып вафат булған. Өҫтәл аҫтындағы система блогы асыҡ килеш ултырған. Малай аяғы менән төртөлгән, ауа башлағас, һиҙмәҫтән тимер йылытыу батареяһына тотонған: блоктан килгән электр тогы бөтә кәүҙәне “тетеп” сыҡҡан.
—Компьютер тоташтылырылған розетканың “заземление”һы булмаған, күрәһең. Электр тогын “үткәргес” булырға тура килгәнлектән үҫмер фажиғәле һәләк булған, — ти белгестәр.
Әле тәфтишселәр суд-медицина экспертизаһы үткәрә.
Былтыр ваннала зарядкала торған смартфоны һыуға төшөп киткәс, уны алғанда 15 йәшлек бер ҡыҙҙың ғүмере ҡыйылғайны.
Аңһыҙ бәлә аяҡ аҫтында. Һаҡһыҙлыҡ ҡағиҙәләрен һанламайбыҙ, балаларыбыҙға ла аңлатмайбыҙ шул.