«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауыл старосталары тураһында закон әҙерләнә



20.02.2019 Ауыл старосталары тураһында закон әҙерләнә

Республика законы старосталарҙың вәкәләте, һайлау тәртибе, халыҡ һәм урындағы үҙидара менән мөнәсәбәтен көйләйәсәк. Ә ауыл старосталары институтын нығытыусы федераль закон былтыр үҙ көсөнә ингәйне.

Федараль законда старостаны граждандар йыйылышында һайлау, һайланыусы дәүләт йәки муниципаль хеҙмәттә эшләргә тейеш түгел, вазифа ваҡыты ике йылдан алып биш йылға тиклем тигән тәртип ҡаралған.

Төбәк закондың юҡлығына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда 3500 тирәһе ауыл старосталары иҫәпләнә. Ауыл биләмәһе үҫешенә көс түгеүсе, ауыл халҡын урындағы власть менән бәйләп тороусы, ойоштороусы, ауылдаштарының һорау-үтенестәрен уларға еткереүсе һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлашыусы ролендә сығыш яһаусылар — хөрмәткә лайыҡ кешеләр.

Федераль законда старостаға ауыл биләмәһе ҡаҙнаһынан мөмкин булған тиклем түләүҙәр тейеш, тиелгән. “Башҡортостандың муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһы рәйесе Алексей Шмелев әйтеүенсә, ауыл старостаһы хеҙмәте республика ҡаҙнаһынан финансланырға тейеш. Староста һайлауҙа ауыл халҡының 50 проценты ҡатнашырға тейеш. Ә хәҙер йыйылыштарға ярты ауылды йыйыу оло проблема. Ассоциация етәкселеге ошо йәһәттән дә федераль законға төҙәтмәләр тәҡдим итергә уйлай.

Ә һеҙ ауыл старосталары хаҡында нимә әйтерһегеҙ?





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға