«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 2018 йылда Башҡортостанда йәшәүселәр айына 33 меңдән ашыу эш хаҡы алған



20.02.2019 2018 йылда Башҡортостанда йәшәүселәр айына 33 меңдән ашыу эш хаҡы алған

Бының тураһында #Башкортостанстат белдерә. Был 2017 йылға ҡарағанда 8,7 процентҡа юғарыраҡ.

Иң күп айлыҡ аҡсаны кокс һәм нефть продукттары етештереүселәр алған - 75 956 һум.
Икенсе урында - файҙалы мәғдән табыусылар — 58 627 һум.
Өсөнсө урында - химия өлкәһендә эшләүселәр - 49 134 һум.

40 мең һум эш хаҡы алыусыларға һөнәри, ғилми, техник эшмәкәрлек менән булышыусылар, финанс, страховка өлкәһендә эшләгәндәр, компьютер, электрон, оптик әйберҙәр йыйыусылар, транспорт саралары етеүтереүселәр, дәүләт идарасылары, мәҙәниәт, спорт, күңел асыу өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, электр, газ, пар менән тәьминәт итеүселәр ҙә инә.

Иң бәләкәй эш хаҡын тире эшкәртеүселәр һәм унан әйбер эшләүселәр алған - 13 мең һум. Мебелселәрҙеке лә шулай - 13 мең һумдан саҡ ҡына аша.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға