«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шәмбе: ҡала тып-тын, супермаркеттар ябыҡ, бер-бер хәл булмағайы...



20.02.2019 Шәмбе: ҡала тып-тын, супермаркеттар ябыҡ, бер-бер хәл булмағайы...

Федерация Советынан тәҡдим: ял көндәрендә ҙур гипер-, супермаркеттарҙы ябып ҡуйырға кәрәк.

Рәсәйҙең Юғары палатаһында әллә эшһеҙ йонсойҙармы икән? Тик торғандан ниңә бындай һүҙ сыҡҡан? Фән, мәғариф һәм мәҙәнитә буйынса комитет ағзаһы Андрей Кондратьев тәҡдиме икән был. Уныңса, йәнәһе, беҙгә Көнбайыш дәүләттәренән, мәҫәлән, Германиянан өлгө ала алырға була. Унда ҙур магазиндарҙы йома кис ябалар ҙа, дүшәмбе иртәһендә асалар. Бәлки, тәүҙә пунктуаль һәм тәртип яратҡан немецтар кимәленә етергәлер? Германия ул – Германия, Рәсәй – ул Рәсәй. Беҙ супермаркеттарға яңы өйрәнеп кенә бөттөк. Унда нәҡ бына ял көндәрендә кеше күп була. Эш кешеһенә тап шәмбе, йәкшәмбелә һатып алыу уңайлы. Эйе, гипер-, супермаркеттарҙың хужалары күп осраҡта беҙҙән алы-ыы-ыҫта йәшәй, уларҙы ял көнөнә ябып ҡуйып, үҙебеҙҙең бәләкәй эшҡыуарҙарға ярҙам да итә алабыҙ. Әммә хәҙер кеше ҡыҫыҡ магазинда сиратта торорға түҙмәй. Ҡыҫҡаһы, Юғары палата был юлы ла халыҡ теләген белмәй тәҡдим менән сыҡҡан...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: РИА новости


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға