«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡаҙ... әй, юҡ, ҡар өмәһенә сығығыҙ



20.02.2019 Ҡаҙ... әй, юҡ, ҡар өмәһенә сығығыҙ

Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте ҡар көрәү буйынса өмә ойошторорға булған. Уны заманса итеп, флешмоб, тип атаған.

“Ҡар өмәһе” коммуналь хеҙмәттәргә бер ни тиклем ярҙам рәүешендә буласаҡ. Урам һепереүселәр, йәғни дворниктар йорт ихаталарындағы ҡарҙы көрәп өлгөрмәй. Техника ла ҙур урамдарҙы, тротуар тирәһен саҡ йырып сыға. Шуға ла һәр кем үҙ йорто алдын көрәһә, шәп булыр ине. Совет районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә көрәк тотасаҡ. Халыҡ өмәгә сыҡһын, ҡар көрәгәндә фотоға төшһөн һәм социаль селтәрҙәрҙә “Өфөнөң Совет районы” төркөмдәренә һалһын, тигәндәр хакимиәттән.

Ҡар күп быйыл. Хәйер, һуңғы йылдарҙа ул бер көн яуһа, бер йыллыҡты яуа ла ҡуя, шикелле. Был яҡтан баш ҡалаға “не везет”: ямғыр яуһа – ташҡын, ҡар яуһа – апокалипсистың бер ҡойроғо тейеп ҡалған һымаҡ була. Тәбиғәт күренешендә ярҙамсы юҡ. Шуға “ҡар өмәһе” тигәнде аңларға мөмкин. Әҙ ҡалды. Яҙ, ана, ишек төбөндә...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға