«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Автосигнализация”ға – 40 йәш



19.02.2019 "Автосигнализация”ға – 40 йәш

Бөгөн Витастың тыуған көнө. Миңә тәпешкәләр бәрмәй тороғоҙ. Виталий Грачевҡа – 40 йәш. Рәсәй эстрадаһының автосигнализацияһы, ти торғайны уны ҡайһылыр бер беҙҙең артист. Йырсыны сәхнәлә саҡта тауышын бик ғәләмәт итеп үҙгәртеп йырлағаны өсөн “был донъяныҡы түгел”, ”айғолаҡлы” тип тә бөттөләр. Беҙҙең бәғзе бер йырсы ишараттарыныҡы кеүек үк мәғәнәһеҙ йырҙары ла була торғайны. Ә күпселек йырҙарын тыңлаһаң, баяғы “айғолаҡтары” арҡаһындамы икән, тауышы күңелде “әлләмәшләтеп” ебәрә торғайны. Хәҙер Витасты Ҡытайҙа бик яраталар икән. Хатта уға бер монумент та эшләп ҡуйғандар, ти. Иң тәүҙә унда “Опера-2” йырын йырлаған. Шунан киткән саҡырыуҙар, тәҡдимдәр!..

Витастың тауышы дауалай, буғай. Үҙе бер баҫмаға интервью биргәндә бынан күп йыл элек Кремлдәге концерт ваҡытында сәхнә алдында һыулы банкалар теҙелешеп ултырғанын тәүгә күреп аптырауын һөйләгән. Аҙаҡ продюсерынан һораһа, тамашасылар ултыртҡан һыу булып сыҡҡан. Баҡһаң, кеше Витастың тауышы дауалай, тип Кремлдең үҙендәге концертҡа ла һыулы банка тотоп килгән. Витас йырлай, ә банкаға уның тауышы ғәжәп дауалау импульстары ебәрә икән.
Шунан бер һорау тыуа: ә беҙҙең башҡорт эстрадаһында көн һайын тиерлек барлыҡҡа килеп торған йырсыларҙың тауышы берәй нәмәгә файҙалымы түгелме икән ул?

Витас, исмаһам, килеп йырлап китсәле, белмәнем бит ошоғаса тауышың дауалағанын. Прәме сирләнем...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға