19.02.2019 Әбйәлилдәр инглизсә өйрәнә башлармы?
—Һау ду ю ду! — тине кисә Асҡарҙан бер танышым.
—О, сит илгә ялға йыйынаһыңмы? – мәйтәм.
—Ниндәй сит ил булһын, үҙ илемдә эшкә төшөү өсөн инглизсә өйрәнеп ятҡан баш!
Баҡһаң, Әбйәлилдә төҙөлөп ятҡан цемент заводына эшкә урынлашыу өсөн хатта йыйыштырыусы ла инглиз телен белергә тейеш тигән имеш-мимеш йөрөй икән.
—Иҙән йыуыусы уҡ булмаһа ла, икмәк-тоҙлоҡ өйрәнһәм, исмаһам гардеробсы итеп алмаҫтар микән? — ти ул өмөтләнеп.
Кисә Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров “Ласселсбергер керамикс” компанияһы етәксеһе Йозеф Ласселсбергер менән осрашты. Инвестор Әбйәлилдә төҙөлөп ятҡан завод киләһе йылдың уртаһында файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип белдерҙе. Проект буйынса районда йылына 200 мең тонна аҡ цемент етештереләсәк. Сама менән 220 кешегә эш урыны булдырыласаҡ.
Европала иң эре керамик плитә етештереүсе компанияға эшкә урынлашыу өсөн, сайтҡа күҙ һалғанда, ысынлап та, инглиз телен интермедиат, йәғни уртаса кимәлдә белеү тәүшарт. Иҡтисадсы, бухгалтер, дизайнер, финансист, юрист, директор ярҙамсыһы кеүек һәм башҡа хеҙмәт урындары ҡыҙыҡһындырһа, бигерәк тә.
Әбйәлилдәр, юғалып ҡалырға теләмәһәгеҙ, “инглиш”те өйрәнә башлайһығыҙ инде! Сит ил компанияһында эшләргә теләүселәргә бергә йыйылып, грамматика нигеҙҙәренә төшөнөргә була хатта. Тик хеҙмәтләндереүсе персонал ғына түгел, юғарыраҡ вазифалар биләргә лә яҙһын.