«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Скандинавтарға яңы спорт төрө өсөн рәхмәт!



19.02.2019 Скандинавтарға яңы спорт төрө өсөн рәхмәт!

Рәсәй Хөкүмәте Спорт министрлығына “төньяҡ йөрөшө”н спорт төрҙәренең Бөтә Рәсәй реестрына индерергә ҡушты.

РФ Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец оло йәштәге кешеләр өсөн физкультураны үҫтереү тураһында кәңәшмә үткәргән дә, барыһы ла “бик файҙалы булыр ине”, тигән кеүегерәк фекер әйткән һәм “төньяҡ йөрөшө”н (ниңәлер Скандинавса атлау тип әйтергә баҙнат итмәгәндәр) – ике таяҡҡа таянып елп-елп атлау йөрөүҙе – спорт төрҙәре исемлегенә индерергә булғандар.

Хәҙер Спорт министрлығына эш булды: һуҡмаҡтар әҙерләргә кәрәк, ярыштар ойошторорға, эшләнек, тип отчет бирергә.

Әйткәндәй, Скандинавса атлау бөтә донъяға үткән быуаттың 90-сы йылдарында киң таралып киткән. Беҙҙең ауылдарҙа ла ул бик популяр була бара. Рәхәт бит: ике ҡулыңа ике таяҡҡа таянып алаһың да, геүләп сыға ла китәһең. Бергә-бергә йөрөгәндә лауылдашып һөйләшеп-көлөшөп тә барырға мөмкин. Таяҡ ышаныслы. Йөрөгөҙ, йәмәғәт, йөрөгөҙ!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға