19.02.2019 Контракт хеҙмәтенә барырға теләһәң…
Башҡортостандан контракт хеҙмәтенә йыл һайын 1000 кеше алына.
Быйыл был хеҙмәт төрөн үтергә 94 кеше теләк белдергән. Егеттәрҙең күбеһе Дыуан, Нуриман, Белорет, Стәрлетамаҡ райондарынан. Ҡораллы Көстәргә хеҙмәткә барыусылар гранатометчик, водитель, водитель- механик булып хеҙмәт итә. Тәү сиратта Үҙәк хәрби округҡа : Таджикстан Республикаһына, Силәбе, Һамар, Ырымбур, Свердлов өлкәләренә хәрбиҙәр йыялар. Ҡатын- ҡыҙҙарға набор юҡ. Әммә улар хәрби частарҙан хеҙмәткәрҙәр талап ителеүе тураһында мәғлүмәттәрҙе белешһәләр, беҙҙең хәрби комиссариат аша контракт хеҙмәтенә китә алалар. Былтыр 20 ҡыҙ фельдшер булып алынған.
Контрактсыларға күп переспективалар бар. Ете йыл хеҙмәт итһә, дәүләт иҫәбенә ипотекаға фатир һатып алырға мөмкин. 20 йылдан һуң хаҡлы ялға сыға ала. Юғары уҡыу йорттарында ингәндә өҫтөнлөктәр менән файҙалана. Әгәр ҙә һеҙҙең йәшегеҙ 40- ҡа етмәгән, һау- сәләмәтһегеҙ, урта һөнәри белемгә эйәһегеҙ икән, әрме һеҙҙе көтә. Егеттәр хәрби хеҙмәттән һуң да контракт төҙөп ҡала ала.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәт тураһында тулы мәғлүмәттәрҙе урындағы хәрби комиссариаттарҙа йәки Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында алырға мөмкин.