19.02.2019 Әсә сабыйы менән янып үлә яҙған
Бөгөн төндә Ҡырмыҫҡалы районында сыҡҡан янғын оло фажиғәгә әйләнә яҙған. Ут сығыуы тураһында иҫкәрткән ҡоролма (пожарный извещатель) сыйылдауы ғына кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған.
Иҫке Бәпес ауылында 6х8 үлсәмендәге ағас йорт янған. Түбәләге аппарат сыйылдап тауыш биргәнгә уянған хужабикә балаһын юрғанға төрөп, ут ялмап алған веранда аша тышҡа сығып өлгөргән. Ҡатындың тәне бешкән, ул әле район дауаханаһында. Бала имен, әле ул өләсәһе ҡарамағында.
АДПИ ҡоролмаһы ҡиммәт түгел, 250 һумға һатып алырға мөмкин. Ут сығыуы тураһында иҫкәрткән аппарат түбәгә нығытыла, төтөнгә әсе сыйылдап тауыш бирә. Һөҙөмтәлә йоҡлап ятҡан кеше уяна, үлемдән ҡотола.