«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Халява"мы, әллә ҡытлыҡмы?



19.02.2019 "Халява"мы, әллә ҡытлыҡмы?

Август аҙағында Өфөлә йыл да шау-гөр итеп матур байрам - "Һөт иле фестивале" үтә. Унда килеүселәр ҡапҡа аша үтә һәм 100 грамм тота... юҡ, бер стакан һөт эсә. Былтырғы саранан гәзитебеҙ фотохәбәрсеһе Юлай Кәримов төшөргән күренеш - бер инәй сумкаһындағы банкаларға стакандарҙан һөттө алып ҡоя.


Был һүрәт аҫтына күп фекерҙәр яҙырға мөмкин. Кемдер инәйҙе ҡомһоҙ тип әрләр, бәғзеләре пенсияһы етмәйҙер, шуға ла ошолайтып үҙенә һөт хәстәрләйҙер тиер. "Халява" булғанда ҡулланырға кәрәк тип әйтеүселәр ҙә табылыр.

Ә ошо көндәрҙә Беренсе каналда барған "Поле чудес" тапшырыуы нимә менән тамамланыуы билдәле булды. Түңәрәкләп теҙелеп ултырған тамашасылар барабанға ултыртылған тәмлекәстәрҙе талашышып ала. Кемдер быны телефонға төшөрә, йылғырҙар алдан хәстәрләгән шыптырҙарына кәнфит-печенье, алма-банан, пирожныйҙарҙы тултыра.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Юлай КӘРИМОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға