«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибай карьерында 9 метр горизонт һыу менән тултырылған



19.02.2019 Сибай карьерында 9 метр горизонт һыу менән тултырылған

Бында һыу ағыҙыу эштәре планға ярашлы бара. Әлеге ваҡытта һыу менән тултырыу нөктәһе 540 метр кимәлендә теркәлгән, 9 метр горизонт һыу менән тултырылған. Был хаҡта 18 февралдә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Сибай башлығы Рөстәм Афзалов белдерҙе.


Уның һүҙҙәренсә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һыу ағыҙыу кимәлен тәүлегенә 10 мең кубометрға тиклем еткергән, көкөрт диоксидын кәметеү өсөн эзбиз килтерелә.

«План буйынса 1600 тонна ине, 2 мең тоннаға ҡәҙәр арттырырға хәл ителде. Был аҙнала эштәр өсөн уңайлы һауа шарттары көтөлә. Рөхсәт ителгән сикке дәүмәлдең артыуы теркәлмәне», — тине мэр.





Автор: ИА "Башинформ"
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға