«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Киҙеү осоро апрелдә генә тамамланасаҡ



19.02.2019 Киҙеү осоро апрелдә генә тамамланасаҡ

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы эпидемияһы бара.

РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова белдереүенсә, илдә киҙеү осоро 12 – 14 аҙна дауам итә. Вирус тағы ике аҙнанан сигенә башлаясаҡ һәм апрель урталарында эпидемия тамамланасаҡ. Әлегә уның ҡыҙыу мәле бара. Киҙеүҙе дөрөҫ дауаламау һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүе, хатта үлемесле осраҡҡа еткереүе ихтимал.

Киҙеүгә ҡаршы вакцинация яһау грипп менән сирләү һәм үлем осраҡтарын күпкә кәметкән. 2006 йылдан алып грипп йоҡтороусылар 13 тапҡырға, ә үлем — 20 тапҡырға аҙайған.

Прививка федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә балалар баҡсаларына йөрөгән балаларға, мәктәп уҡыусыларына, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, студенттарға һәм хеҙмәткә саҡырыу йәшендәге үҫмерҙәргә, 60 йәштән оло граждандарға һәм башҡаларға эшләнә. Белгестәр әйтеүенсә, киҙеү эпидемияһын булдырмау өсөн халыҡтың 45% ашыуы прививка яһатырға тейеш.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға